» » Яҡшы белгестәр, ярҙамсыл кешеләр

Яҡшы белгестәр, ярҙамсыл кешеләр29-12-2015, 16:48


Яҡшы белгестәр, ярҙамсыл кешеләр
Техник инвентаризация бюроһы – Рәсәйҙә иө боронғо хеҙмәттәрҙең береһе, ул кадастр, ер төҙөлөшө эштәре, техник инвентаризация менән шөғөлләнә. БР БТИ дәүләт унитар предприятиеһы Бәләбәй филиалының Дәүләкән территориаль участкаһы начальнигы В.З. Фазылова хәбәрсебеҙгә ойошманың бөгөнгө эшмәкәрлеге нисек ойошторолоуы хаҡында ғөйләй:
- Башҡортостан Республикаһы БТИ дәүләт унитар предприятиеһы составына республиканың бөтөн райондарында урынлашҡан 53 территориаль участканы берләштереүсе ун филиал инә. Уларҙы береһе – Дәүләкән участкаһы, бында ун бер юғары квалификациялы хеҙмәткәр эшләй. Коллектив техник инвентаризация, кадастр эштәре, ер төҙөлөшө, геодезия өлкәләрендә комплекслы хеҙмәттәр күрһәтә.
- Венера Зәйләхан ҡыҙы, граждандар һеҙгә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итә?

- Һорауҙар күп төрлө. Тәү сиратта, техник һәм межалау пландарын, план-карталар төҙөү, ер участкалары сиктәрен күсереү, техник паспорттар эшләү, әлбиттә. БТИ эшмәкәрлегенә рөхсәтһеҙ төҙөлгән ҡоролмаларҙы законлаштырыу, фатирҙарҙы яңынан планировкалау, биналарҙы торлаҡ булмаған бина фондына күсереү процедуралары инә.

Беҙгә шулай уҡ торлағын хосусилаштырыу менән шөғөлләнгән граждандар техник паспорт төҙөүҙө һорап мөрәжәғәт итә. Торлаҡ биналарҙы түләүһеҙ хосусилаштырыуҙың 2016 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылыуын да хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм. Ошо һәм башҡа һорауҙар менән граждандар беҙгә дүшәмбе-йома көндәрендә – 9.00-дән 18.00 сәғәткә тиклем (13.00-дән 14.00 сәғәткә тиклем тәнәфес), шәмбе көн 9.00-дән 16.00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итә ала.

- Әлеге ваҡытта документтар әҙерләү һәм килешеүҙәрҙе теркәү баҙарында үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итеүсе башҡа ойошмалар ҙа бар. БТИ-ның улар алдындағы өҫтөнлөгө нимәлә?

- Беҙҙең предприятие республикала техник инвентаризация өлкәһендә 1928 йылдан башлап архив мәғлүмәттәре тупланған берҙән-бер ойошма. Беҙ объекттар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һаҡлау срогы сикләнмәүен гарантиялайбыҙ. Башҡарылған эштәрҙең сифаты спутник ҡорамалдары, электрон тахеометрҙар, лазер ярҙамында үлсәм алыу саралары кеүек яңы техник яйланмалар һәм программа комплекстарын ҡулланыу һөҙөмтәһендә тәьмин ителә. Ҡайһы бер граждандарҙы заявкаларҙың тотош республика территорияһында урынлашҡан объекттар буйынса ҡабул ителеүе ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ техник инвентаризация бюроһында бушлай консультация алырға һәм предприятиеның сайты аша (www.btirb.ru) электрон формала заявка ҡалдырырға була. Өҫтәп тағы шуны әйтке килә, Дәүләкән участкаһы коллективында юғары квалификациялы белгестәр, тәү сиратта, иғтибарлы, ярҙамсыл хеҙмәткәрҙәр, башҡаларҙың проблемаларына вайымһыҙ булмаған, һәр кемдең күңеленә юл таба белгән кешеләр эшләй. Ә бит тап ошо сифаттар элек-электән юғары баһаланды.
Имя:*
E-Mail:
Полужирный Наклонный текст Подчеркнутый текст Зачеркнутый текст | Выравнивание по левому краю По центру Выравнивание по правому краю | Вставка смайликов Выбор цвета | Скрытый текст Вставка цитаты Преобразовать выбранный текст из транслитерации в кириллицу Вставка спойлера
Введите код: *
Включите эту картинку для отображения кода безопасности
обновить, если не виден код


Присоединяйтесь к нам Вконтакте!